Информация для населения по ППМИ 2021

322 0

2021 йылда Аҡморон ауыл хакимиәтенә ҡараған Үрге Мәмбәт ауылы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”  программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Үрге Мәмбәт ауылы клубының тәҙрәләрен, ишектәрен алмаштырыу мәсьәләһе күтәрелде, шулай уҡ отопление эшләү ҡаралды . Ремонтҡа 834262 һум талап ителә. Шуның 615262 һумы Башҡортостан Республикаһы, ә 95000 һум район бюджеттарынан бүленһә, ә ҡалған сумма 62000 спонсорзар, 62000 һум урындағы халыҡ тарафынан йыйыласаҡ.

Хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, ауыл менән яҙмыштары бәйле булғандар! Был программаны уңышлы атҡарып сығыу өсөн һеҙҙең аҡсалата ярҙамығыҙ талап ителә. Ярҙам күрһәтеүегеҙгә өмөтләнәбеҙ, сөнки ил төкөрһә, күл булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ауылыбыҙҙың киләсәге клуб менән бәйле һәм айырылғыһыҙ. Клуб булмаһа, ауыл да бөтәсәк. Шуға күрә беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн әһәмиәтле эштән ситтә ҡалмайыҡ, ауылдаштар!