ППМИ-2020

573 0

2020 йылда Аҡморон ауыл хакимиәтенә ҡараған Аҡтау ауылы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”  программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Аҡтау ауылы клубының тәҙрәләрен алмаштырыу мәсьәләһе күтәрелде. Тәҙрәләргә капиталь ремонтҡа 290230 һум талап ителә. Шуның 171730 һумы Башҡортостан Республикаһы, ә 75000 һум район бюджеттарынан бүленһә, ә ҡалған сумма 26000 спонсорзар, 17500 һум урындағы халыҡ тарафынан йыйыласаҡ.

Хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, ауыл менән яҙмыштары бәйле булғандар! Был программаны уңышлы атҡарып сығыу өсөн һеҙҙең аҡсалата ярҙамығыҙ талап ителә. Ярҙам күрһәтеүегеҙгә өмөтләнәбеҙ, сөнки ил төкөрһә, күл булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ауылыбыҙҙың киләсәге клуб менән бәйле һәм айырылғыһыҙ. Клуб булмаһа, ауыл да бөтәсәк. Шуға күрә беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн әһәмиәтле эштән ситтә ҡалмайыҡ, ауылдаштар!