249 0

2022 йылда Аҡморон ауыл хакимиәтенә ҡараған Ҡаратал ауылы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”  программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Ҡаратал ауылы клубының тәҙрәләрен алмаштырыу мәсьәләһе күтәрелде. Ремонтҡа 1472300 һум талап ителә. Шуның 1000000 һумы Башҡортостан Республикаһы, ә 272300 һум район бюджеттарынан бүленһә, ә ҡалған сумма 100000 спонсорзар, 100000 һум урындағы халыҡ тарафынан йыйыласаҡ.

Хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, ауыл менән яҙмыштары бәйле булғандар! Был программаны уңышлы атҡарып сығыу өсөн һеҙҙең аҡсалата ярҙамығыҙ талап ителә. Ярҙам күрһәтеүегеҙгә өмөтләнәбеҙ, сөнки ил төкөрһә, күл булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ауылыбыҙҙың киләсәге клуб менән бәйле һәм айырылғыһыҙ. Клуб булмаһа, ауыл да бөтәсәк. Шуға күрә беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн әһәмиәтле эштән ситтә ҡалмайыҡ, ауылдаштар!